Standard
& Poor’s- финанс көрсөгөндәге үҙенең
роле өсөн түләргә мәжбүр буласаҡ тәүге
халыҡ-ара рейтинг агенствоһы. S&P,
Американың McGraw-Hill төркөмө филиалы, АҠШ
юстиция департаменты дәғүәләрен яйлау
өсөн, 1,5 млрд доллар түләргә ризалашты.
Standard
& Poor’s 2004-2007 йылдарҙағы ҡайһы бер
ипотека ҡиммәтле ҡағыҙҙары кредит
рейтингын арттырып күрһәтеүҙә ғәйепләнә.
Инвесторҙар активтарҙың ышаныслылығы
хаҡында яңылыш мәғлүмәт ала, ә сабпрайм
көрсөгө башланғас, аҡсаларын юғалта.
2013 йылдағы S&P-ҡа ҡарата дәғүәһендә
Юстиция министрлығы зыян күргән
инвесторға 5 млрд доллар күләмендә
компенсация түләүҙе талап иткәйне.
/ сабпрайм-
килемдәре түбән булғандарға йәки кредит
тарихы насар булғандарға бирелгән
кредит/
Комментариев нет:
Отправить комментарий