среда, 4 февраля 2015 г.

Иордания шаңҡып ҡалды: осоусы әл-Касасбех тереләй яндырылған.


Амман урамдарында иорданлылар Мүәз әл-Касасбехтың үлеменә ҡайғырып илай. Шишәмбе асыҡланыуынса, Иордания Хәрби Һауа көстәре пилоты “Ислам дәүләте” төркөмө тарфынан тереләй яндырылған. Интернетта пәйҙә булған видеола шул күренә: тимер ситлек эсендәге ҡыҙғылт-һары кейемдәге иорданлыны боевиктар яндыра. “Евроньюс” был ҡот осҡос кадрҙарҙы күрһәтеүҙе кәрәк тапманы. Иордаиня телевидениеһы хәбәр итеүенсә, яза 3 ғинуарҙа уҡ атҡарылған.

Иордания пилоты боевиктарға әсирлеккә декабрь аҙағында уҡ эләккән. Ул идара иткән “Ф-16” истребителе Сүриәнең Ракка ҡалаһында һәләкәткә осраған- был халыҡ-ара коалиция сиктәрендәге Иордания Хәрби һауа көстәренең рейды булған.

Ваҡиға илде шаҡ ҡатырҙы, оппозицияның ҡайһы бер сәйәсмәндәре властарҙан АҠШ ойошторған исламға ҡаршы альянстан китергә саҡыра.


Иордания властары пилотты азат итеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә вәғәҙә биргәйне. Боевиктар Аммандан пилотҡа алмашҡа террорист ҡатын Сажидә әр-Ришауиҙы азат итеүҙе талап иткәйне. Уны 29 ғинуарҙа ҡояш батҡансы Төркиә сигенә килтереп еткермәгән хәлдә, боевиктар иорданлыны үлтерергә вәғәҙә биргәйне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий