Террористарға
ярҙам итеүҙә ғәйепләнеп, Мысырҙа оҙайлы
ваҡытҡа төрмәгә ултыртылған Катарҙың
“Әл-Джазира”телеканалынан тағы бер
журналист- сығышы менән Мысырҙан булған
Канада гражданины Мөхәммәт Фәхми ҙә
оҙаҡламай иреккә сығыуы мөмкин. Дүшәмбе
көн Канада сит ил эштәре министры хәбәр
итеүенсә, ул мотлаҡ азат ителәсәк.
Көн
элгәре Мысыр властары 400 көн төрмәлә
ултырған Австралия журналисы Питер
Гресты ярлыҡаны һәм илдән сығарып
ебәрҙе.
“Иреккә
сыҡҡас, ниндәй еңеллек тойоуымды әйтеп
аңлата ла алмайым, ысынында иһә мин быны
көтмәгәйнем,-тип һөйләй Грест.-Беҙ бик
күп айҙар буйы төрмәлә ултырҙыҡ, бер
минутлыҡ ҡыҫҡа белдереү һәм эште ҡайтанан
ҡарау үтә көтөлмәгәнсә булды. Әйтерһең,
яңынан тыуҙым. Бына ҡасан тормошоңдоң
гүзәл мәлдәре, ғаиләң менән бергә булыу
мөмкинлеге ни ҡәҙәр ҡиммәт икәнлеген
аңлай башлайһың икән.”
Грест
һәм Фәхми менән бергә 2013 йылдың декабрендә
Мысыр журналисы Бәхер Мөхәммәт тә ҡулға
алына һәм 10 йылға хөкөм ителә. Уны азат
итеү мөмкинлеге хаҡында әлегә хәбәрҙәр
юҡ.
Комментариев нет:
Отправить комментарий