понедельник, 2 февраля 2015 г.

Мысырҙа хөкөм ителгән Австралия журналисы азат ителгән.


 Мысырҙа 7 йылға хөкөм ителгән Катарҙың “Әл-Джазира”телеканалы хәбәрсеһе Питер Грест өйөнә ҡайта. Ул 400-ҙән ашыу көнөн рәшәткә артында үткәрҙе һәм йәкшәмбе көн Мысыр президенты Әбделфәттәх ас-Сиси тарафынан иреккә сығарылды.

Питер Грест һәм уның ике коллегаһы Ҡаһирәлә Мысыр властары тарафынан террористик ойошмалар исемлегенә индерелгән “Мосолман туғандар” хәрәкәтенә ярҙам итеүҙә ғәйепләнеп хөкөм ителгәйне.

Грестың ағаһы журналистарға әйтеүенсә, Питер төрмәлә ултырған иптәштәрен азат итеүҙе юллаясаҡ:

Ул коллегаларын онотмаясаҡ. Ҡалған ике тотҡон да азат ителмәйенсә, уның шатлығы тулы булмаясаҡ. Мөхәммәт Бәхер һәм Мөхәммәт Фәхми иреккә сыҡмай тороп, ул тынысланмаясаҡ.”

Кениялағы “Әл-Джазира” хәбәрселәр пункты башлығы Грест 2 йыл элек Бәхер һәм Фәхми менән Ҡаһирәгә килгәндә ҡулға алынғайны. Уларҙы, президент-исламист Мөхәммәт Мөрси властан алынған 2013 йылдың йәйендәге ваҡиғаларҙы яҡтыртҡанда, “дөрөҫ булмаған мәғлүмәт тапшырыуҙа, факттарҙы боҙоуҙа һәм документтарҙы фальсификациялауҙа” ғәйепле, тип тапҡайнылар.

Ҡаһирә суды фекере буйынса, журналистар, Мысыр властарын кире яҡтан яҡтыртып, абруйын төшөргән.

.




Комментариев нет:

Отправить комментарий