Афина
үҙәгендә күп йылдар инде күрелмәгән
хәл- хөкүмәтте яҡлаусы тәүге демонстрация,
“Сириза” һайлауҙарҙа еңгәндән һуң,
беренсе манифестация.
Ил
парламенты бинаһы алдындағы майҙанға,
төрлө мәғлүмәттәр буйынса, 3-тән алып
5 меңгә ҡәҙәр кеше йыйылды.
Улар
хөкүмәттең яңы курсын, эшмәкәрлеге һәм
белдереүҙәре Брюссель һәм Европа Үҙәк
банкының ҡаты реакцияһына дусар булған
яңы финанс министры Яннис Варуфакистың
шәхсән үҙен яҡлап лозунгылар ҡысҡырҙы.
-Һайлау
барышында сағылыш тапҡан халыҡтың
теләген хөкүмәттең яҡлауын теләйбеҙ.
Гректар- экономия сараларына ҡаршы,
беҙ Европа үҫеше яҡлы.
-Артабан
да “билбауҙы ҡыҫып бәйләүгә” юл
ҡуймаясаҡбыҙ. Немец гегемонияһы көсләп
таҡҡан программаға таянып эш итергә
йыйынмайбыҙ. Беҙ әҙәмдең көсө еткән
эште эшләргә- Греция мәсьәләһе буйынса
һөйләшеүҙәр башларға әҙербеҙ.
-Көн
элгәре Греция финанс министры
реструктуризация үткәрелеп, уны
хеҙмәтләндереү режимы еңеләйтелгән
хәлдә, бурысты иҫәптән сығарырға
маташыуҙы туҡтатырға әҙер булыуын
белдергәйне. Афинанан хәбәрсебеҙ былай
тип һөйләй:
-Ҡаты
экономия сараларына ҡаршы сығыу өсөн,
тәүге тапҡыр Синтагма майҙанына шул
ҡәҙәр күп халыҡ йыйылды. Шундай уҡ
демонстрациялар Грецияның башҡа
ҡалаларында ла үтте.
Комментариев нет:
Отправить комментарий