Йома
көн Донбасста Франция президенты һәм
Германия канцлерының яңы тыныслыҡ планы
хаҡындағы һөйләшеүҙәре фонында
сағыштырмаса тынлыҡ урынлашты. Әммә
Донецк халҡын үткән төн ҡаланың төньяғында
йәнә шартлауҙар уятты, шуға күрә тыныслыҡ
хаҡындағы һөйләшеүҙәрҙең уңышына күптәр
ышанмай.
“Күпме
әңгәмә ҡорорға мөмкин? Был бит... Беҙҙең
Украина хөкүмәте, минеңсә, көстө генә
таный. Көскә көстө. Башҡаса бер нәмәне
лә ул аңламай. Вәғәҙә генә бирә,”-ти
Донецк ҡалаһында йәшәүсе ҡатын.
“Мин
инде бер нәмә лә көтмәйем. Бындағы
хәлдәрҙән шул ҡәҙәр арыным. Бик оҙаҡҡа
һуҙылды бит инде, һөҙөмтәһе юҡ, шуға бер
нәмә лә көтмәйем,”-ти оло йәштәге ҡатын.
БМО-ның
кеше хоҡуҡтары буйынса Баш комиссар
идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, Украина
көнсығышы конфликтында һәләк булғандар
иҫәбе 5358-ҙән артып киткән, яралылар- 12
235.
Комментариев нет:
Отправить комментарий