суббота, 7 февраля 2015 г.

”Ислам дәүләте”: аманатлыҡҡа алынған АҠШ гражданкаһы “үлтерелде.”


Йома көн “Ислам дәүләте” аманатлыҡҡа алынған Америка гражданкаһының Иордания истребителе тарафынан Сүриәнең Ракка ҡалаһы бомбаға тотолғанда һәләк булыуы хаҡында белдерҙе, әммә Амман боевиктарҙың был версияһына шик белдерҙе. АҠШ-тың рәсми кешеләре лә Аризона штаты ҡыҙы 26 йәшлек Кайла Мюллерҙың үлеүен раҫламаны.

АҠШ-тың милли именлек буйынса президент советнигы Сьюзан Райс былай тип белдерҙе: “...әлбиттә, был хәбәрҙәр беҙҙе хафаландыра. ИД раҫлауын иҫбатлаусы дәлилдәр әлегә юҡ, беҙ мәғлүмәттәрҙе тикшереп торасаҡбыҙ.”

Кайла Мюллер- ИД ҡулындағы һуңғы аманат.


Төркөмдөң белдереүе боевиктар тарафынан язаланған Иордания пилоты Муаз әл-Касабех менән видеояҙма донъя күргәндән һуң бер нисә көн үткәс пәйҙә булды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий