АҠШ
Конгрессы сенатының ҡораллы көстәр
буйынса комитет рәйесе республиканлы
Джон Маккейн Украинаның тыйылған кассета
бомбалары ҡулланыуында АҠШ-тың ғәйебен
өлөшләтә таныны.
“Әгәр
уларға кәрәкле ҡоралды биргән булһаҡ,
уларға кассета бомбалары ҡулланырға
тура килмәҫ ине, тип уйлайым. Шуға күрә
өлөшләтә был беҙҙең дә ғәйеп,”-тип
белдерҙе Маккейн.
Хоҡуҡ
һаҡлаусы Human Rights Watch ойошмаһы уҙған
йылдың ноябрь айындағы докладында
Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары
вәкилдәренең кешеләр йәшәгән райондарҙа
Украина ғәскәрҙәренең кассета бомбаларын
ҡулланыуы хаҡындағы белдереүен раҫланы.
Ойошмала йәнә шуны ла өҫтәнеләр: Украина
ғәскәрҙәре кассета бомбаларын Халыҡ-ара
Ҡыҙыл тәре хеҙмәткәре һәләк булған
2014 йылдың 2 октябрендә Донецк ҡалаһын
утҡа тотҡанда ла ҡулланған.
Ноябрҙә
донъя күргән Украиналағы кеше хоҡуҡтарына
бағышланған БМО докладында Украинаның
көньяҡ-көнсығышында кассета бомбаларын
ҡулланыу халыҡ-ара гуманитар хоҡуҡтарҙы
боҙоу булып тороуы һәм бының хәрби
енәйәт рәүешендә ҡаралыу мөмкинлеге
хаҡында әйтелә.
2014
йылдың декабрендә Украина хөкүмәте
Human Rights Watch ойошмаһына Донбасстың хәрби
конфликт зонаһында кассета боеприпастарын
ҡулланмауҙы тулыһынса гарантияланы.
2015
йылдың февралендә ОБСЕ Луганскиҙа
кассета боеприпастары менән утҡа тотоуҙы
теркәне.
Кассета
боеприпасы төрлө тәғәйенләшле
суббоеприпастар (миналар, бәләкәй
бомбалар, һәләк итеүсе элементтар)
тултырылған йоҡа тышлы контейнерҙан
ғибәрәт. Атылғандан һуң, суббоеприпастар
төрлө яҡҡа һибелә. Бөгөнгө көндә 108
дәүләт ҡоралдаң был төрөнән баш тартыу
тураһындағы конвенцияға ҡул ҡуйҙы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий