воскресенье, 8 февраля 2015 г.

Лавров: Украиналағы конфликтта “Көнбайыштың позицияһы көсөргәнешлелеккә алып килә.”


Украинаның көнсығышындағы “конфликтты хәл итеү перспективалары ышаныслы оптимзм тыуҙыра,” тип белдерҙе Мюнхендағы именлек буйынса конференцияла Рәсәйҙең тышҡы сәйәсәт ведомствоһы башлығы Сергей Лавров. Шул уҡ ваҡытта ул Киевты ҡорал менән тәьмин итеү планын һәм Көнбайыштың дөйөм позицияһын етди тәнҡитләне:

Украинаға килгәндә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көрсөктөң һәр бер этабында беҙҙең Америка коллегаларыбыҙ, ә уның тәьҫире аҫтында Европа Союзы ла, көсөргәнешлелеккә илтеүсе аҙымдар яһаны. Украина менән ассоциация хаҡындағы иҡтисади килешеүҙәр блогын индереүҙең эҙемтәләре тураһында (Рәсәй ҡатнашлығында) Евросоюз һөйләшеүҙән баш тартҡанда ла шулай булды. Унан һуң туранан-тура дәүләт түңкәрелеше яҡланды, унан алда- хөкүмәткә ҡаршы тәртипһеҙлектәр.”

Сергей Лавров “ЕС һәм Рәсәйҙең стратегик партнерлығы һынауҙарҙы еңеп сыға алмауы” тураһында белдерҙе. Бынан тыш, уның һүҙҙәре буйынса, әлеге мәлдә “Украина өҫтөнән НАТО Хәрби Һауа көстәренең әүҙемлеге Рәсәй Федерацияһы авиацияһы эшмәкәрлегенән күпкә юғарыраҡ.”

Авторы: Артём Асланйән |REUTERS, AFP, РИА "Новости"материалдары буйынса.

Комментариев нет:

Отправить комментарий