Женевала
глобаль йылыныуҙы контролдә тотоу
төркөмөнөң 6 көнлөк осрашыуы башланды.
Ул декабрҙә Парижда буласаҡ климаттың
үҙгәреүенә бағышланған БМО-ның сираттағы
конференцияһы алдынан үтә.
Ерҙәге
уртаса йыллыҡ температураны күҙәтеү
тарихында уҙған йыл иң эҫеһе булды.
Женева осрашыуында рәйеслек итеүсе
Перуҙың тирә-яҡ мөхитте һаҡлау министры
Мануэль Пулгар-Видаль былай тип белдерҙе:
“Был
аҙнала беҙҙең алда яуаплы һәм амбициоз
мәсьәлә тора. Эш барышында компромисс
кәрәклеге хаҡында онотмауығыҙҙы һорайым.
Беҙ барыбыҙ ҙа- бер команданың өлөшө.
Беҙ ярышыусылар түгел, беҙ- бер команда
һәм планета барыбыҙ өсөн дә берәү.”
Экологтар
сәйәсмәндәргә Ерҙең глобаль йылыныуына
хәүефләнеүҙәрен еткерергә тырыша:
йылыныу артабан да дауам итһә, ошо быуат
аҙағына планета температураһы 4-5 градусҡа
күтәрелеүе һәм уның эҙемтәләре ҙур
афәттәргә алып килеүе ихтимал.
Комментариев нет:
Отправить комментарий