Халыҡ-ара
журналистар тикшереүе консоциумы HSBC
банкыһының Женева бүлегендәге
йәшерен иҫәптәр тураһындағы мәғлүмәттәрҙе
баҫтырып сығарҙы. Тиҫтәләрсә ил
журналисының мәғлүмәттәре буйынса,
банк бай клиенттарға һалымдарҙан ҡасырға
ярҙам иткән, шулай уҡ наркотиктар һәм
ҡорал һатыусыларҙы йәшерен иҫәптәр
менән тәьмин иткән.
Отчетта
донъяның төрлө илдәренән булған 100
меңдән ашыу физик һәм юридик шәхестең
100 миллиард евронан ашыу күләмендәге
иҫәбе телгә алына. Мәғлүмәттәр
2005-2007 йылдарҙы үҙ эсенә ала.
Документтарҙы
2008 йылда HSBC банкының Женевалағы
хеҙмәткәре Эрве Фальчиани урлаған.
Йәшерен мәғлүмәт “Монд” гәзитенә
тапшырылған.“Монд” журналистар
командаһына ул мәғлүмәттәрҙе анализлау
шарты менән тапшырған. Ниһайәт отчет
баҫылып сыҡты. Европаның байтаҡ ил
тәфтишселәре белдереүенсә, йәшерен
мәғлүмәт элекке түләнмәгән һалымдар
байына миллиардлаған долларҙы кире
ҡайтарырға ярҙам иткән.
Комментариев нет:
Отправить комментарий