Бер нисә аҙна инде
Голландияның Пюрмеренд ҡаласығы халҡына ҡурҡыныс өкөмө, ябалаҡмы һөжүм итә. Йыртҡыс
кешеләргә ташлана. 10-дан ашыу кеше еңелсә тән йәрәхәттәре
алған, ә берәүһенең хатта яраһын тегергә тура килгән. Көндөҙ түҙергә була, ә
ҡараңғыла йөрөргә күптәр йөрьәт итмәй.
“Бер ағай ҡыйыҡҡа
күрһәтте,-тип һөйләй бер ҡыҙ бала.-Ҡарағайныҡ- ул шуда ултыра. Әле лә тауышын
ишетәм.”
“Ул минең елкәгә ике
тәпәйенең дә тырнаҡтарын батырҙы,-тип һөйләй зыян күргән ир.-Кирбес менән башҡа
ҡаҙаҡ ҡаҡҡан кеүек булды.”
Ҡала советында
ҡоторған ҡош менән ни эшләү хаҡында бәхәстәр барған арала, ҡала халҡы үҙенсә
ҡораллана- зонттар тотоп сыға, шлем һәм бүректәр кейә. Эксперттар әйтеүенсә, өкөләрҙең
ғәҙәти булмаған был ҡылығы уларҙың ситлектә үҫеүенә бәйле булып, кешеләрҙе
күреү менән, улар аҙыҡты күҙ алдына баҫтырыуы ихтимал.
Комментариев нет:
Отправить комментарий