пятница, 27 февраля 2015 г.

”Күңелһеҙ иртәнге аш”: “Макдональдс” Европала һалым түләүҙән ҡаса.


“Макдональдс” компанияһы һалым түләүҙән ҡаса- Европа һәм Америка профоюздары ассоциацияһы шудай ғәйепләү менән сығыш яһаны. Уның мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы бер нисә йылда фасфуд селтәре үҙенең Европалағы килеменән миллиард самаһы евро түләп еткермәгән.
Һалымдарҙан ҡасыу өсөн, реструктуризация үткәрелә һәм төп компанияға буйһонған яңы компаиялар булдырыла, мәҫәлән, Люксембургта, улар бик ҙур килем ала, ә һалымдары аҙ түләй.
-Бының менән шөғөлләнеүсе компаниялар арта бара, уларҙың эшен бер юлы күҙәтеп булмай, ә миллиондарса ябай граждандарға улар өсөн һалым түләргә тура килә,-ти профсоюдар вәкиле.
 Бындай практика “агрессив һалым оптимизацияһы” булараҡ билдәле, уны тулыһынса законлы тип тә, законһыҙ тип тә атап булмай.
 Әлегә рәсми тикшереү башланмаған.


Комментариев нет:

Отправить комментарий