пятница, 27 февраля 2015 г.

Пикассоның урланған картинаһы Нью-Йоркта табылған.


АҠШ-та испан рәссамы Пабло Пикассоның Францияла 10 йылдан ашыу элек юғалған картинаһы табылған. “Парикмахерша” атамаһы аҫтындағы әҫәрен Нью-Йорк аэропортында таможня хемәткәрҙәре тапҡан. Роберт исемле әҙәм, тулы исемен әлегә хәбәр итмәйҙәр, Fedex  курьер компанияһы ярҙамында Пикассо картинаһын Бельгиянан Лонг-Айленд-Ситиҙағы склад адресына хаҡы 37 доллар торған рәсем сифатында оҙатҡан.

Майлы буяу менән төшөрөлгән Пикассоның абстракт әҫәре 2001 йылда Париждағы Жорж Помпиду исемендәге Милли мәҙәниәт һәм сәнғәт үҙәге һаҡлағысынан урланған. Ул мәлдә әҫәрең яҡынса хаҡы 2,5 млн доллар торған. Картина законлы хужаһына- Франция хөкүмәтенә ҡайтарыласаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий