суббота, 28 февраля 2015 г.

Мәскәүҙә Рәсәй сәйәсмәне Борис Немцов үлтерелгән.


Мәскәү үҙәгендә Васильевский спускында Рәсәй сәйәсмәне, Ярославль ҡалаһы думаһы депутаты Борис Немцов үлтерелгән.
 Немцов янына автомобиль яҡынлаша һәм унан уға дүрт тапҡыр аталар. Аҙаҡ машина күҙҙән юғала. Алған яраларҙан сәйәсмән һәләк була.
Ҡалала “Перехват” планы иғлан ителгән. Енәйәт урынында тәфтишселәр төркөмө эшләй.

Немцов “Теләктәшлек” төркөмө хәрәкәте башында торҙо, “РПР-ПАРНАС” сәйәси фирҡә рәйестәренең береһе һәм Рәсәй оппозицияһының Координация советы ағзаһы булды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий