Дмитрий Фирташ- Украина олигархы, илдең иң
бай кешеләренең береһе. Рәсәй газы менән сауҙала ул аралашсы булараҡ билдәле, ә
уның бизнес-проекттары ҡайһы бер дәүләттәрҙең хоҡуҡ һаҡлау органдарын ҡыҙыҡһындыра.
Уҙған йылдың яҙынан алып ул Австрияла, уны АҠШ-ҡа экстрадициялауҙары ла
ихтимал. “Газ
короле”-беҙҙең
ҡунаҡ.
“Евроньюс”:
“Рәхим итегеҙ беҙҙең каналға, Фирташ әфәнде. Тәүге һорау Украинаның иҡтисади
һәм сәйәси хәлдәре хаҡында.”
Дмитрий
Фирташ: “Минеңсә, хәлдәр ҡатмарлы. Улар проблемаларыбыҙҙың тәрәнгә китеүе һәм
булған мөмкинлектәребеҙҙе файҙаланмауыбыҙ хаҡында һөйләй. Украинала 23 йыл эсендә
беҙ дөрөҫ һығымталар яһамағанбыҙ, кәрәкле эштәрҙе атҡармағанбыҙ...Хәҙер бына
бөгөнгө һөҙөмтәләр менән тороп ҡалдыҡ. Беренсенән, иҡтисади хәлебеҙ ауыр.
Икенсенән, президентты һәм парламентты һайлау мәсьәләне яйға һалманы.
Реформалар үткәрелмәне, алға китеш юҡ, һөҙөмтәлә кешеләр ыҙа күрә, бинес- һәммәһе зыян күрә. Минеңсә, хәлде яйға һалырға, 23 йыл буйы эшләмәгәнде
төҙәтергә кәрәк. Был мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн, минеңсә, программалар төҙөп,
уларҙы киләһе 23 йыл эсендә тормошҡа ашырырға тейешбеҙ. Был коституция
реформаларына ла, иҡтисади реформаларға ла ҡағыла- был беҙ үтергә тейешле ауыр
юл. ”
“Евроньюс”: Файҙаланылмаған мөмкинлектәр
һәм аҙымдар хаҡында һөйләгәндә, һеҙ ниндәй реформаларҙы күҙ уңында тотаһығыҙ?
Дмитрий Фирташ: “Мин быны йәшермәйем:
Украина реконструкцияға мохтаж. Беҙҙә федераль ҡоролошмо, поляк системаһымы,
немец системаһымы йәки Австрия системаһымы- тормошто яйға һалырлыҡ ниндәйҙер
система булырға тейеш. Региондарға күберәк вәкәләттәр бирергә кәрәк, тип
уйлайым. Шунһыҙ һис ниндәй реконструкция һәм модернизация хаҡында һүҙ булыу
мөмкин түгел. Булғаны булған, бөгөнгө хәлдәр тураһында тел сарлау урынһыҙ,
беҙгә киләсәк хаҡында һөйләшергә кәрәк. Бөгөнгө хәлдәр барыбыҙ өсөн дә мәғлүм-
ил коллапс хәлендә. Ысынында иһә беҙ- банкрот. Бер нәмә лә эшләй алмайбыҙ. Ҡыҙғанысҡа
ҡаршы, хөкүмәт реформаларға тотонманы ла. Иң мөһиме хәҙер нәмә? Минеңсә,
һуғышты туҡтатыу.”
“Евроньюс”: “Властар ҡайһы бер үҙгәртеп
ҡороуҙар хаҡында иғлан итте, хатта уны башлап та ебәрҙе. Мәҫәлән, энергосектор
реформаһы. Һуңғы ваҡыт газ менән тәьмин итеү проблемаһы хаҡында күп һөйләйҙәр.
Һорау газды Европанан һатып алыуға йөҙ тотоу хаҡында. Украина был сығанаҡҡа
кәрәгенән артыҡ ышанмаймы?”
Дмитрий Фирташ: “Тәжрибәнән сығып, шуны
әйтергә була: һәр эштә белгестәргә таянырға кәрәк. Һәр кем үҙ шөғөлөн яҡшы
белергә тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең хөкүмәт был процесс хаҡында
өҫтән-мөҫтән генә фекер йөрөтә, нимә эшләгәнен бик аңлап та етмәй. Улар
ҡулдарында булған механизмдарҙы, үҙҙәренең көслө яҡтарын файҙаланмай. Улар
үҙҙәрен көсһөҙләндерә һәм Европаға проблема тыуҙыра. Ни өсөн? Сөнки рус газынан
тыш та йәшәй алабыҙ тип фекер йөрөтөү төптө дөрөҫ түгел.”
“Евроньюс”: “Дөрөҫ түгел?”
Дмитрий
Фирташ :“Мин быға ышанмайым. Күреп тораһығыҙ, һуңғы ваҡыт йәнә ғауғалар: “газды
һатып алабыҙ,” “газды һатып алмайбыҙ. Беҙ элекке ваҡиғаға кире ҡайттыҡ. Рәсәй
иртәме-һуңмы европалыларҙы йәки “Көньяҡ ағым”ға, йәки башҡа берәй “ағым”ға алып
киләсәк, сөнки улар аманатлыҡҡа алынған әҙәм шикелле ултырырға теләмәйәсәк.
Минеңсә, дөрөҫ ғәмәл түгел был.“
“Евроньюс”: Ә өсөнсө вариат юҡмы? Газ
тураһында һөйләгәндә, йә Европа, йә Рәсәй тураһында һүҙ бара. Ә башҡа
варианттар юҡмы?
Дмитрий Фирташ: “Өсөнсө вариант юҡ.
Европа, Украина һәм Рәсәй ултырып
һөйләшергә тейеш. Бер-беребеҙҙе оҡшатабыҙмы-юҡмы- һөйләшергә кәрәк.
Европа ҡарар ҡабул иткәндә һәм Украина Европаға йөҙ тотҡанда, Рәсәйҙең мәнфәғәттәрен
дә уйларға кәрәк ине, Рәсәй менән дә һөйләшергә кәрәк ине. Украина ла шуны
эшләргә тейеш ине. Бөгөн нимә күрәбеҙ: бер яҡтан, сәйәси ҡарар алдыҡ, икенсе
яҡтан, бер йыл йәки ике йылға был мәсьәләне ҡалдырып торорға булдылар, Рәсәй
менән дә айырым һөйләшергә тырышалар. Был спекуляция кемгә хәжәт? Рәсәй нимә
теләй, Украина нимә теләй, Европа нимә теләй- әйҙәгеҙ, проблемалары уртаға
һалып, асыҡтан-асыҡ һәүетемсә хәл итәйек.
Беҙгә берләшергә кәрәк, уртаҡ баҙар
кәрәк. Был Лиссабондан Алыҫ Көнсығышҡа ҡәҙәр буламы йәки Алыҫ Көнсығыштан
Лиссабонға ҡәҙәр буламы- уныһы мөһим түгел.”
“Евроньюс”:”Бер нисә көн элек
беҙҙең канал Украина иҡтисад министры менән интервью үткәрҙе. Һорауҙарға яуап биреп,
министр Рәсәй “Газпромы”менән мөнәсәбәттәр хаҡында ла әйтеп үтте. Ул ике арала
аралашсылар булмауы тураһында белдере. “РосУкрЭнерго”хаҡында ла һүҙ булды.
Аралашсыларҙы алып ташлағас, “Газпром”
менән мөнәсәбәттәрҙә асыҡлыҡ барлыҡҡа килеүе хаҡындағы уның фекеренә ниндәй
комментарий бирерһегеҙ?”
Дмитрий Фирташ: “Бер һорау бирәйемме:
бөтәһе лә ябайлашһа, аралашсылар булмаһа, нимә булырға тейеш? Кәм тигәндә, газ
менән тәьмин итеүгә гаратия булырға тейеш. Икенсенән, ул газдың хаҡы
билдәләнергә тейеш, дөрөҫмө? Ә бөгөн беҙ нимә күрәбеҙ? Уның нимә һөйләүен
белмәйем, уны тәнҡитләргә йыйынмайым, тик шуны ғына әйткем килә: “РосУкрЭнерго”бар
саҡта, газ мәсьәләһе юҡ ине. Европаның газы бар ине, ер аҫты һаҡлағыстары тулы
ине. Украинаға газ хаҡы 179 доллар ине.
Иҡтисад министрының нимә һөйләүен белмәйем, әммә иң тәүҙә уға бюджетты яйға
һалырға кәңәш бирер инем. Шуға күрә мин уның нимә һөйләүен аңламайым һәм миңә
оят та түгел. Мин Украинала аҡса эшләмәнем, килемде мин ситтә алдым һәм уны
Украина иҡтисадына һалдым.”
Комментариев нет:
Отправить комментарий