воскресенье, 1 марта 2015 г.

Билдәле төрөк яҙыусыһы Йәшәр Кемаль вафат булды.


Стамбулда 93-сө йәшендә билдәле төрөк яҙыусыһы һәм хоҡуҡ һаҡлаусы  Йәшәр Кемаль вафат булды. Ул 1955 йылда донъя күргән, феодализмға ҡаршы восстаниеның башында торған курдтарың милли геройына бағышланған “Ябыҡ Мәмәт” романы менән билдәлелек яуланы. Китап, урыҫ телен дә индереп, 40-тан ашыу телгә тәржемә ителгән.
Йәшәр Кемаль бойондороҡһоҙ Курдстан төҙөү яҡлы була. Төркиәла уның ҡайһы бер китаптары тыйыла, ә мәҡәләләренең береһе өсөн ул хатта хөкөм ителә.
Йәшәр Кемаль- бер нисә әҫәби премия лауреаты, Нобель премияһына тәҡдим ителгән тәүге төрөк яҙыусыһы.

Уның һуңғы романы өс йыл элек баҫылып сыҡты.

Комментариев нет:

Отправить комментарий