понедельник, 16 марта 2015 г.

Джон Керри: Асад менән һөйләшеүҙәр алып бармай тороп, Сүриәләге һуғышты туҡтатып булмаясаҡ.


АҠШ Сүриә президенты Бәшәр Асад менән сәйәси һөйләшеүҙәр башларға әҙер. Был турала АҠШ дәүләт сәркәтибе Джон Керри CBS News телеканалына биргән интервьюһында белдерҙе. Ошоғаса халыҡ-ара аралашсылар ярҙамындағы Асад һәм оппозиция араһындағы һөйләшеүҙәр уңышһыҙ тамамланды.

Джон Керри:
-Хәлде хәрби юл менән түгел, сәйәси юл менән генә хәл итергә мөмкин. Тик һөйләшеүҙәргә Асадты йәлеп итеү өсөн, бөтә яҡтарҙың да сәйәси юлды һайлауын күрһәтеп, уның һөйләшеүҙәргә мөнәсәбәтен үҙгәртергә кәрәк.

СВS журналисы:
-Һәм һеҙ уның менән һөйләшеүҙәргә әҙерме?

Джон Керри:
-Беҙ һөйләшеүҙәр башларға тейеш.

Сүриә төньяғындағы иң ҙур ҡалала- Алеппола- хөкүмәт ғәскәрҙәре һәм баш күтәреүселәр араһында ҡаты алыштар бара. Армия, урта быуат нығытмаһын да индереп, ҡала үҙәген контролдә тота, ә ҡаланың бер нисә кварталы боевиктар ҡулында. Сүриә Хәрби Һауа көстәре был кварталдарҙы “мискә бомбалары” ярҙамында утҡа тота.



Комментариев нет:

Отправить комментарий