воскресенье, 8 марта 2015 г.

БМО Именлек Советы: Рәсәй химик ҡоралға һәм нигеҙһеҙ санкцияларға ҡаршы.

БМО Именлек Советы Сүриә һуғышында ағыулы матдәләр ҡулланыуҙы булдырмау хаҡындағы резолюцияны бер тауыштан тиерлек ҡабул итте. Резолюцияны яҡлап, Рәсәйҙе лә индереп, 14 ил тауыш бирҙе. Сүриә властарын ғәйепләрҙән алда, ентекле тикшереү үткәреү кәрәклеген билдәләп, Венесуэла вәкиле тауыш бирмәне.

Резолюция проекты АҠШ-та әҙерләнгән, улар фекеренсә, сәнәғәтхимик ҡоралһыҙ тороп ҡалғас, Сүриә властары хәҙер хлор ҡуллана:

-Химик ҡоралды тыйыу хаҡындағы Конвенцияға ҡул ҡуйыуға ҡарамаҫтан, Асад режимы Сүриә халҡына ҡаршы хлорҙы варварҙарса яңы ҡорал сифатында ҡулланып, үҙенең аяуһыҙлығын күрһәтте,-тип белдерҙе БМО-лағы АҠШ илсеһе Саманта Пауэр.

Сүриә вәкиле иһә оппозицияға ҡаршы хлор ҡулланыуҙа ғәйепләүҙәрҙе төптө нигеҙһеҙ, тип атаны:

-Сүриә хөкүмәтен химик ҡорал, хлор ҡулланыу кеүек ҡот осҡос нәмәләрҙә ғәйепләү- ҙур ялған.

Рәсәй вәкиле Виталий Чуркин резолюцияны яҡлауын шуның менән аңлатты: Рәсәй бөтә илдәрҙең дә химик ҡоралды ҡулланыуына ҡаршы. Әммә Мәскәү, дипломаттың һүҙҙәре буйынса, Сүриәгә ҡаршы һис бер дәлилһеҙ санкциялар (документта уны индереү мөмкинлеге хаҡында ла әйтелгәйне) индереүгә юл ҡуймаясаҡ.

Граждандар һуғышы осорондағы бер нисә химик һөжүмдән һуң, ике яҡ та уны ҡулланыуҙа бер-береһен ғәйепләй, Сүриә хөкүмәте химик ҡоралдан баш тартырға ризалашты: һуғыш кәрәк-яраҡтары һәм сәнәғәт ҡорамалдары уҙған йылдың йәйенә халыҡ-ара күҙәтеүселәр контроле аҫтында илдән сығарылды.





Комментариев нет:

Отправить комментарий