Италияла дәүләт сығымдарын кәметеү уникаль
хәстәхана эшенә хәүеф тыуҙыра: Сант-Анна институты ауыр тән йәрәхәттәре алған
ауырыуҙарҙы команан сығарыу һәм реабилитация менән шөғөлләнә.
Винченцо, 2014 мотоциклда һәләкәткә
осрап, мәрткә киткән. Әсәһе, Мария, көн һайын уны тәрбиәләп, улының аңына
килеүен күргән:
-Улар көн һайын ҙур хәстәрлек күрһәтә.
Һәр ым-ишара, ҡосаҡлау мөһим. Мин улым менән 7,5 йыл, ул күҙ алдында арыулана бара. Әле
һөйләшә алмай, әммә аңлап, күҙәтеп тора, мине ҡосаҡлап сәсемдән һыйпай. Уның
шәбәйеүен күреү мине ифрат ҡыуандыра.
Һуңғы 20 йыл эсендә Сант-Анна аша меңдән ашыу кеше
үткән.
Институт Калабрияла- Италияның иң ярлы
регионында урынлашҡан. Дәүләт бюджетында регион дотацияларын кәметәләр,
һөҙөмтәлә регион да сығымдарын кәметергә мәжбүр, ә һаулыҡ һаҡлау Калабрия
бюджетының иң ауыр тартҡан өлөшө.
Һуңғы 4 йыл эсендә Иститут етәкселеге
хеҙмәткәрҙәренең 20 процентын – түбәнге медперсоналды ғына түгел, ғилми эш
менән шөғөлләнгән врачтарҙы ла эштән ебәрергә мәжбүр булған, ә бит пациенттарҙы
команан сығарыу һәм реабилитация өлкәһендәге уларҙың асыштары, табыштары бөтә
донъяға билдәле.
Комментариев нет:
Отправить комментарий