четверг, 19 марта 2015 г.

Греция Брюсселде тыңламаясаҡ, ярлыларға ярҙам итәсәк.


Греция парламенты шаршамбы көн хәйерселеккә ҡаршы көрәш хаҡында закон ҡабул итте. Власҡа һулдарҙы алып килгән парламент һайлауҙарынан һуң, депутаттар тауыш биргән тәүге документ был. Закон проекты сығымдарҙы гректарҙан ныҡлы кәметеүҙе талап иткән еврочиновниктар менән Афинаның былай ҙа ябайҙан булмаған мөнәсәбәттәрен ҡатмарлаштырыуы ихтимал. Ҡабул ителгән программа ярлыларҙы бушлай электр, арендаға торлаҡ алыу өсөн ай һайын субсидиялар менән тәьмин итеүҙе һәм аҙыҡ-түлек, сәнәғәт тауарҙарына талондар таратыуҙы күҙ уңында тота.

Алксис Ципрас, Греция премьер-министры:

Брюсселдә ҡайһы берәүҙәр хөкүмәттең бер яҡлы эшмәкәрлеге хаҡында һүҙ йөрөтә, беҙҙә лә ҡайһы берәүҙәр уларҙың һүҙен ҡабатлай. Былар барыһы ла беҙҙе ҡурҡытыу өсөн эшләнһә, мин шулай тип яуап бирәм: улар беҙҙе ҡурҡыта ла, аптырашта ҡалдыра ла алмаясаҡ.”

Гуманитар ойошма хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, һуңғы ваҡыттағы иҡтисади статистиканың бер ни тиклем арыуланыуына ҡармаҫтан, Греция ярлыларының хәле хөртәйә бара. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, халыҡтың 23 проценты ауырлыҡ менән көн күрә.


Комментариев нет:

Отправить комментарий