четверг, 19 марта 2015 г.

Швеция: билдәһеҙ әҙәмдәр ресторанға килеүселәргә атҡан.


Швецияның Гетеборг ҡалаһында бер нисә кеше урындағы ресторандарҙың береһендәге атыш ваҡытында үлтерелгән. Енәйәтселәр автоматик ҡорал ҡулланған булырға тейеш, тип иҫәпләй урындағы полиция. Швед телевидениеһында ваҡиға шаһиттары һөйләүенсә, ике кеше ресторанға килеп ингән һәм ут асҡан. Фажиғә Гетеборгтың элек-электән көслө енәйәтсел төркөмдәр тәьҫире аҫтындағы районында булған.

Комментариев нет:

Отправка комментария