пятница, 20 марта 2015 г.

БМО эксперттары Ирактағы “Ислам дәүләте” йыртҡыслыҡтары хаҡында доклад әҙерләне.


Ислам дәүләте” төркөмө эшмәкәрлеген хәрби енәйәттәр, кешелеккә ҡаршы енәйәт һәм хатта геноцид тип баһаларға мөмкин- БМО-ның Кеше хоҡуҡтары буйынса идаралыҡ эксперттары шундай һығымтаға килгән. Улар Ирактағы “Ислам дәүләте” йыртҡыслыҡтары хаҡында документтар менән нығытылған доклад әҙерләгән. БМО хоҡуҡ һаҡлаусылары, боевиктарҙың ҡот осҡос енәйәттәренең 100-ҙән ашыу ҡорбаны һәм шаһитынан һорашып, улар езид халҡы вәкилдәрен маҡсатлы рәүештә ҡырған тигән фекергә килде. Ләкин зыян күреүселәр бынан башҡа ла байтаҡ.

Ирактағы “Ислам дәүләте” енәйәттәрен тикшереү менән шөғөлләнгән миссия башлығы һөйләй:

Ислам дәүләте” Ирактағы бер генә общинаны ла аямаған. Көс ҡулланыуҙарға езидтар ҙа, христиандар ҙа, төркмәндәр ҙә, сабий-мандейҙа ҙа, курдтар һәм шиғийҙар ҙа, башҡа община вәкилдәре лә, шул иҫәптән сөнниҙәр ҙә дусар булған. Иракта бай этник һәм дини төрлөлөк юҡ ителеү өҫтөндә.”

Докладта әйтелеүенсә, боевиктарҙың енәйәтсел эшмәкәрлеге халыҡтарҙы күпләп күсенергә мәжбүр иткән. “Ислам дәүләте” контроле аҫтындағы райондарҙа боевиктар кешеләрҙе күпләп ҡырыу менән шөғөлләнә. Эксперттар халыҡ-ара йәмәғәтселекте “уянырға”һәм террористарҙың аяуһыҙлығына ҡаршы торорға саҡыра.



Комментариев нет:

Отправить комментарий