вторник, 3 марта 2015 г.

Либерия: Эбола киҙеүе кәмеүгә китте, мәктәптәрҙә дәрестәр ҡайтанан башланды.


Либерияла дүшәмбе көн ярты йыл элек Эбола киҙеүе арҡаһында ябылған мәктәптәрҙең күпселеге ҡайтанан эшләй башланы. Дәрестәрҙе ҡайтанан башлау хаҡындағы ҡарар ике аҙна элек ҡабул ителгәйне, әммә ҡайһы бер ауыл мәктәптәре быға әҙер түгел ине. Хәҙер улар термометрҙар һәм ҡул йыйыу өсөн хлорлы һыу менән тәьмин ителгән.

-Киҙеү тамамланмай тороп дәрестәрҙе башлау уңышлы идея түгел кеүек, әммә өйҙә бер нәмә лә эшләмәй ултырыу башҡаса мөмкин түгел,-ти уҡыусы ҡыҙҙарҙың береһе.-Дәрестәрҙе дауам итеү мөһим.

Һуңғы осор Эбола киҙеүе менән ауырыусылар Либерияла 20 тапҡыр кәмегән, тик уның эҙемтәләре дәрескә йөрөүселәр иҫәбендә лә күренә.

-Күп уҡыусыларҙың мәктәпкә кире килә алмауы  беҙгә мәғлүм,-ти мәктәп уҡытыусыһы.-Ете ай эсендә ҡайһы бер ҡыҙҙар ауырға ҡалған, ә малайҙар эш тапҡан. Ул йәштәр мәктәп эскәмйәһенә кире килеп ултырмаясаҡ.

Эбола киҙеүенән иң ҙур зыян күреүсе илдәр- Гвинея, Либерия һәм Сьерра-Леоне. Гвинеяла дәрестәр ғинуарҙа ҡайтанан башланды, Сьерра-Леонела уны мартта башларға ниәтләйҙәр.


Комментариев нет:

Отправить комментарий