вторник, 3 марта 2015 г.

Греция: Алексис Ципрас хәйерселеккә ҡаршы көрәшә башланы.


 Греция хөкүмәте үҙенең һайлау алды вәғәҙәләрен үтәй һәм хәйерселеккә ҡаршы көрәшә башланы. Алексис Ципрас кабинеты дүшәмбе көн алты йылға һуҙылған рецессия ваҡытында зыян күргән гректарҙың тормош шарттарын яйға һалыуға йүнәлтелгән закон проекты менән таныштырҙы.
Документта тәҡдим ителгән саралар: халыҡтың ярлы ҡатламын электр менән бушлай тәьмин итеү һәм  ҡала транспортында бушлай йөрөргә мөмкинлек биреү; фатирға түләү өсөн, 30 мең пособие биреү. Ауыр шарттарҙа йәшәгән йәнә 300  мең кеше аҙыҡ-түлек талондары аласаҡ.
Греция финас министрлығы дөйөм сараларҙың хаҡын 200 миллион евро менән баһалай. Чиновниктар раҫлауынса, был сығымдарҙы ҡаплатырлыҡ аҡса табылған, аҡсаның бер өлөшөн Европаың ярҙам программаһынан аласаҡтар.


Комментариев нет:

Отправить комментарий