Төркиә
именлек көстәре легаль булмаған юл
менән Сүриәгә эләгергә маташҡан 9
британлыны ҡулға алған. Улар араһында-
3 ир, 2 ҡатын һәм 4 бала.
Британлыларҙы
Төркиә- Сүриәгә сиге янындағы
контроль-үткәреү пунктында тотҡандар.
Ниәттәре “Ислам дәүләте”
төркөмө контроле аҫтындағы районға
үтеп инеү булғанмылыр- әлегә был асыҡ
ҡына билдәле түгел.
Махсус
хеҙмәттәрҙең мәғлүмәттәре буйынса,
һуңғы айҙарҙа Британияла йәшәүсе 600
самаһы мосолман, экстремистик пропаганда
йоғонтоһона бирелеп, Сүриәгә һәм Иракҡа
киткән. Күптәренең маҡсаты- боевиктар
яғында һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнашыу.
Февраль
уртаһында экстремистар ҡотҡоһона
бирелгән 15-16 йәшлек өс үҫмер ҡыҙҙың
Лондондан Сүриәгә ҡасыуы ҙур яңғыраш
алды. Улар ҙа Сүриәгә Төркиә аша юл
тотҡан.
Комментариев нет:
Отправить комментарий