пятница, 3 апреля 2015 г.

Лозаннанан һуң: Ирандың сит ил эштәре министрын ватанында герой һымаҡ ҡаршы алдылар.


Иран Таһрандың ядро программаһы буйынса рамкалы килешеү төҙөлөүен байрам итә. Швейцариянан ҡайтҡан Ислам республикаһы сит ил эштәре министры Мөхәммәт Джаүәт Зарифты шатланып ҡаршы алдылар.

Лозаннала Ирандың “алтау” менән һөйләшеүе кесе йома тамамланды. Ирандың ядро программаһы буйынса бөтөнөһөн үҙ эсенә алған эш планы төҙөлдө. 30 июнгә килешеү тулыһынса әҙер булырға тейеш.

Ислам Республикаһы сәйәсмәндәре һәм эксперттары килешеүҙе Иран дипломатияһының еңеүе тип иҫәпләй.

Иран сит ил эштәре министры:
Ирандың ядро программаһы йәшәүен дауам итәсәк. Мәҫәлән, килешеү әҙер булып та, әгәр улар: “Беҙ йәнә санкциялар индерәбеҙ,”-тиһәләр, был осраҡта беҙ ҙә үҙ йөкләмәләребеҙҙән баш тарта аласаҡбыҙ. Был хаҡта аныҡ һөйләшеү булды. Ҡаршы яҡ үҙ йөкләмәләрен үтәүҙән баш тартһа, беҙ ҙә быны эшләй алабыҙ.”

Алты ил- АҠШ, Бөйөк Британия, Франция, Рәсәй. Ҡытай һәм Германия- халыҡ-ара йәмәғәтселек вәкиле рәүешендә Таһран менән һөйләшеүҙәр алып барҙы.

Рамкалы килешеү Иран ядро программаһы масштабын ҡыҫҡартыуҙы һәм, яуап итеп, яйлап халыҡ-ара санкцияларҙан баш тартыуҙы күҙ уңында тота.

Көнбайыш илдәре һәм Рәсәй Лозанна һөйләшеүҙәре һөҙөмтәһен хупланы. Израиль генә, Иран менән килешеү йәһүд дәүләтенә хәүеф тыуҙыра, тип иҫәпләй.


Комментариев нет:

Отправить комментарий