понедельник, 20 апреля 2015 г.

АҠШ һәм ЕС килешеүенә ҡаршы Европала ҡаршылыҡ акциялары.


Шәмбе көн Европа илдәрендә АҠШ һәм ЕС араһындағы TTIP- ирекле сауҙа хаҡындағы килешеүгә ҡаршы күп халыҡ ҡатнашлығындағы демонстрациялар үтте.

Вена урамдарына 6-15 мең кеше демонстрацияға сыҡты. Уларҙың фекере буйынса, документ Европала контролде түбәнәйтергә тырышҡан һәм регулирләү сараларын йомшартырға ынтылған транснациональ компаниялар өсөн генә ҡулай.

Немецтарҙың Мюнхененда 23 мең кеше килешеүгә ҡаршы сыҡты- был Германиялағы иң ҙур акция.

TTIP юҡ! Хеҙмәт ҡоллоғон туҡтатығыҙ”, “TTIP кешеләрҙе һәм дәүләттәрҙе йота,”-тип яҙылған плакаттарға. Демонстрацияла ҡатнашыусыларҙың документтарҙа Америка тауарҙарын Европа баҙарына үткәреүҙе еңеләйтеү маҡсатында социаль, хоҡуҡ һәм экология өлкәһендәге стандарттарҙың түбәнәйтелеүенә асыуҙары килә.

Беҙ “юҡ”, тибеҙ, беҙ быны теләмәйбеҙ! Беҙ бынан туйҙыҡ ! Беҙ үҙебеҙҙең Германияла генетик модификациялы продукттар теләмәйбеҙ,” – ти бер ҡатын.

ГФР граждандарының 43 проценты документҡа ҡул ҡуйыуға ҡаршы, 30 проценты ғына ризалыҡ белдерә.

Брюссель урамдары буйлап 2 мең кеше марш менән үтте. Улар Евроберләшмә етәкселегенән килешеүҙе туҡтатыуҙы талап итте.

Ҡаршылыҡ акциялары Испания, Бөйөк Британия һәм Евроберләшмәнең башҡа илдәрендә лә үтте.

АҠШ һәм ЕС араһындағы сауҙа килешеүе Атлантиканың ике яғында ла тарифтарҙы түбәнәйтергә һәм регулирләүсе кәртәләрҙе алып ташларға мөмкинлек бирәсәк имеш. Документтың проект тексы буйынса тәүге һөйләшеү 2015 йылдың декабренә тәғәйенләнгән.

Һүҙ ҡулланыу баҙарында 800 мең кеше булған донъялағы иң ҙур пошлинаһыҙ сауҙа зонаһы хаҡында бара.

Килешеү яҡлылар уның Европа иҡтисады өсөн отошло булыуы хаҡында һөйләй- ЕС халыҡ-ара сауҙа стандарттарына йоғонто яһай аласаҡ, Европа компанияларына ике тапҡыр сертификация үтергә тура килмәйәсәк, был иһә, әйтеүҙәренсә, яңы эш урындары булдырырға ярҙам итәсәк һәм етештереүсәнлекте арттырырға булышлыҡ итәсәк.


Комментариев нет:

Отправить комментарий