Урта
диңгеҙҙә йәкшәмбе көн мигранттар
ултырған карап һәләкәткә осраған. Һәләк
булғандарҙың тиҫтәләрсә кәүҙәһе Мальтаға
килтерелгән. Төрлө мәғлүмәттәр буйынса,
фажиғә ҡорбандары- конфликттарҙан
йонсоған Ливиянан Италия ярҙарына барып
етергә маташҡан 700-ҙән алып 900-гә ҡәҙәр
мигрант. Кәмә түңкәрелгәс, ни бары 28
кеше генә иҫән ҡалған.
“Үткән
аҙнала Урта диңгеҙҙә мең кеше һәләк
булды. Был яҡынса “Титаник”та һәләк
булған кешеләр иҫәбенә тиң һәм “Costa
Concordia”ла үлеүселәрҙән 31 тапҡыр күберәк.
Әгәр ЕС эҙләнеү-ҡотҡарыу операцияларын
ҡайтанан башлаһа, был фажиғәне булдырмаҫҡа
мөмкин булыр ине,”-ти фажиғәнең шаһиты.
Кешеләр
йыш ҡына лыҡа тулы, сәйәхәт өсөн яраҡһыҙ
караптарҙа юлға сыға.
“Был
еңел сәфәр түгел, ул ҙур хәүефтәр менән
бәйле. Юлға сығырға йөрьәт итеп, һеҙ
ғүмерегеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуяһығыҙ,
шуға күрә, туғандар, мин быны эшләмәҫкә
кәңәш бирер инем. Шулай яҡшыраҡ буласаҡ.
Диңгеҙгә ышанып юлға сығыу- хәүефле
нәмә,”-ти бер мигрант.
Бер
көндән һуң, мигранттар ултырған кәмә
Грецияның Родос утрауы янында һәләкәткә
осраған. Бортында йөҙ тирәһе кеше булған
елкәнле ағас кәмә портҡа инә торған
урындағы ҡаяларға бәрелеп селпәрәмә
килгән. Өс кеше һәләк булған, араларында
бер бала ла бар.
Комментариев нет:
Отправить комментарий