среда, 22 апреля 2015 г.

Бельгияла 100 йыл элек булған тәүге химия һөжүме ҡорбандарын хөрмәтләп иҫкә алдылар.


Теүәл 100 йыл элек, Беренсе донъя һуғышы ваҡытында, немец армияһы француз хәрбиҙәренә ҡаршы тәүге тапҡыр ағыулы газ ҡуллана. Бельгияның Ипр ҡалаһы янындағы алышта була был хәл.

Ҡайғылы ул ваҡиғаны билдәләү өсөн, Ипрҙа Химик ҡоралды тыйыу ойошмаһы ағзалары ҡатнашлығындағы тантана үтте. Тантана барышында химик ҡоралды мәңге ҡулланмаҫҡа саҡырыусы Декларация ҡабул ителде.

Ипрҙағы химик һөжүмде мәңге иҫтә тотоп, был ҡоралдан азат булған киләсәкте булдыра аласаҡбыҙ. Был осрашыуҙа ҡабул ителгән Декларация донъяны химик ҡоралдан ҡотолдорорға ярҙам итеүсе эштәргә рухландырыр, тип өмөтләнәм,”-тип әйтелде тантанала.

1915 йылдың 22 апрелендә газ һөжүме француз һалдаттары араһында паника тыуҙыра. 1500 кеше шунда уҡ һәләк була, меңдәрсәһе ғәрипләнеп ҡала. Беренсе донъя һуғышы барышында йәмғеһе 90 мең кеше химик ҡоралдан һәләк була.


Комментариев нет:

Отправить комментарий