среда, 22 апреля 2015 г.

Ҡеүәтле шторм өс кешенең ғүмерен өҙгән.


Австралияның көньяҡ-көнсығышынан ҡеүәтле шторм үткән. Өс кеше стихия ҡорбаны булған. Яңы Көньяҡ Уэльс штаты властары уны тәбиғәт ҡазаһы тип иғлан итергә ҡарар иткән. Һуңғы 17 йыл эсендә апрель- иң ямғырлы ай. Синоптиктар бөгөн үк һауа торошо арыуланасаҡ, тип прогноз бирә.

Һауа шарттары,-ти штат премьеры Майкл Бэирд,-һаман да хәүеф тыуҙыра. Ямғырҙар дауам итә. Һыу баҫыуҙар булыуы ла бик мөмкин. Ыңғай яңылыҡтар ҙа бар. Метеохеҙмәттәр елдең көсһөҙләнеүе тураһында хәбәр итә. Беҙ йәнә 48 сәғәткә һуҙылған ҡыйынлыҡтарҙы үткәреп ебәрергә тейеш.”

Тиҙлеге секундына 28 метрға еткән ҡеүәтле ел меңдәрсә ағасты йыҡҡан, тиҫтәләрсә йорт ҡыйыҡһыҙ ҡалған; ҡойма ямғырҙар арҡаһында, ҡайһы бер райондарҙы һыу баҫҡан. Күп кенә автомобиль юлдары ябылған. Ғәрәсәт электр тапшырыу линияларын өҙгән.



Комментариев нет:

Отправить комментарий