четверг, 23 апреля 2015 г.

Рәсәй оппозицияһы һайлауҙарға берҙәм исемлек менән бара.


 Рәсәйҙең либераль оппозицияһы һайлауҙарға берҙәм исемлек менән барасаҡ. РПР-Парнас хәрәкәте тирәһендә ойошҡан фирҡәләр киләһе йыл Дәүләт думаһына көстө бергә туплап үтергә ниәтләй, ә шуға ҡәҙәр көҙ көнө урындағы һайлауҙарҙа улар үҙ көстәрен һынап ҡарамаҡсылар.

Был турала шаршамбы көн берләшкән оппозицияның тәүге матбуғат конференцияһында иғлан ителде.

-Ҡаршылыҡ кимәленең көслө булыуын беҙ, әлбиттә, аңлайбыҙ. Бына шуның өсөн дә беҙгә бөтә кәртәләрҙе үтеү мөһим, 13 йыл эсендә беренсе тапҡыр коалиция килде, барьерҙарҙы үтә һәм сәйәси вәкиллек ала башланы. Борис Немцов был демократик коалицияның төп “моторы” ине, әгәр ул фажиғә булмаһа, Борис әле беҙҙең менән булыр ине,-тип хәбәр итте Алексей Навальный.

 Борис Немцов уҙған йылдың ноябрендә үк һайлауҙар алдынан көстө бергә тупларға тәҡдим иткәйне, әммә, ул һәләк булғансы, был пландар тормошҡа ашманы. Үткән аҙнала ғына РПР-Парнас һәм Прогресс фирҡәһе коалиция килешеүе төҙөнө, артабан уларға йәнә бер нисә хәрәкәт ҡушылды, улар араһында рәсми теркәлеү үтмәгәндәр ҙә бар.

Комментариев нет:

Отправить комментарий