пятница, 24 апреля 2015 г.

Евроберләшмәнең миграция буйынса ғәҙәттән тыш саммиты: “Тритон” операцияһы бюджетын өсләтә арттырырға.


Яр буйҙарын контролдә тотоу һәм диңгеҙҙә ҡотҡарыу эштәрен алып барыуға тәғәйенләнгән “Тритон” операцияһына бүленгән бюджет өсләтә арттырыласаҡ- Брюсселдәге ғәҙәттән тыш саммитта Евроберләшмәгә ҡараған 28 дәүләт башлығы шундай ҡарар ҡабул итте. Әлеге мәлдә бының өсөн ай һайын 3 миллион евро бүленә.

Аҡсанан тыш Франция Урта диңгеҙгә өҫтәмә рәүештә 2 карап (2 ҡарауыл катеры һәм буксир) һәм самолет ебәрергә тәҡдим итте. Британия хәрби караптар, шул иҫәптән 74 пушкалы Bulwark линейный крейсерын, 2 патруль катеры һәм 3 вертолет ебәрергә вәғәҙә бирҙе. Бельгия “Годеция” флагман карабын оҙатырға әҙер. Германия, Швеция һәм Дания ла караптарын ебәрәсәк.

ЕС, Ливияны ла индереп, легаль булмаған мигранттар килгән илдәр менән хеҙмәттәшлек ярҙамында миграция ағымын кәметергә иҫәп тота. Африканан Европаға кешеләр ташыған контрабандистарға ҡаршы хәрби операция үткәреү мөмкинлеге хаҡында ла һүҙ булды, әммә тейешле ҡарар ҡабул ителмәне.

ЕС-тың сираттан тыш саммиты ял көндәрендә Урта диңгеҙҙә булған фажиғә арҡаһында йыйылды, ул саҡта, караптары һәләкәткә осрап, Ливиянан бер нисә йөҙ кеше хәбәрһеҙ юғалғайны. Хөкүмәттеке булмаған ойошмалар мәғлүмәттәре буйынса, йыл башынан алып Африка һәм Европа ярҙарында 1750 кеше батып үлгән.

Хөкүмәттеке булмаған “Халыҡ-ара амнистия” ойошмаһы Европа етәкселәрен һүҙҙән эшкә күсергә саҡырҙы, уның активистары Европа советы бинаһы алдында пикет ойошторҙо. Хоҡуҡ һаҡлаусылар фекере буйынса, Евроберләшмә тәҡдим иткән саралар етерлек түгел. Улар 2013 йылда Лампедуза ярҙары буйындағы фажиғәнән һуң тәҡдим ителгән, ләкин тормошҡа ашырымаған планға ике тамсы һыу кеүек оҡшаш.


Комментариев нет:

Отправить комментарий