пятница, 24 апреля 2015 г.

Италия моряктары Урта диңгеҙҙә 220 мигрантты ҡотҡарған.


Кесе йома көн Италияның Финанс гвардияһы судноһы экипажы 220 легаль булмаған мигрантты ҡотҡарған. Был кешеләр өрөлмәле кәмәләрҙә Урта диңгеҙҙә юлға сыҡҡан. Улар Ливия ярҙарынан 40 миль киткәс, итальян моряктары ҡаза хаҡында хәбәр алған. Ҡасаҡтарҙы, араларында 5 ҡатын да булған, Сицилияға, Катания портына килтергәндәр.

Халыҡ, хәйерселектән, һуғыштан Европаға ҡаса, тик диңгеҙ кәртәһен барыһы ла үтә алмай. 800 кешенең ғүмерен ҡыйған Урта диңгеҙҙәге фажиғәгә ҡарамаҫтан, Төньяҡ Африканан мигранттар ағымы кәмемәй.

Мальтала улар иҫтәлегенә матәм тантанаһы үтте. Фажиғә урынында 24 кешенең кәүҙәһе табылған. Уларҙы ҡала зыяратында ерләнеләр. Һәләк булғандарҙың шәхесен асыҡлай алманылар.



Комментариев нет:

Отправить комментарий