суббота, 25 апреля 2015 г.

Стамбул: тәүге тапҡыр әрмәндәр тантанаһына төрөк министры килде.


     Әрмәндәрҙең иң ҙур этник общинаһы йәшәгән Стамбулда иҫкә алыу йолаһы бер нисә әрмән соборонда үтте.

    Төрөк етәкселеге бындай сараға тәүге тапҡыр үҙенең вәкилен ебәрҙе: тантанала ЕС эштәре министры Волкан Буҙҡыр ҡатнашты һәм әрмән туғандар кисергән әрнеүҙәргә тәрән хөрмәт менән ҡарауын” белдерҙе:

    -Беҙҙең өсөн был көн тыныслыҡ көнө булараҡ мөһим. Был һыҙланыуҙар һәр кем өсөн һабаҡ булып, ул хаталар ҡабатланмаҫҡа тейеш. Цивилизация сәңгелдәге булған ер өсөн был уғата мөһим. Бөтә донъяға ниндәй цивилизацияға ҡарауыбыҙҙы күрһәткебеҙ килә,-ти әрмән руханийы Татул Анусян.

    Һуңғы йылдарҙа Анкара 1915 йылда булған фажиғәгә үҙ ҡарашын бер аҙ йомшартты.

    -Бөгөн мин бында, сөнки үҙемдең һыҙланыуҙарымды, теләктәшлегемде белдергем килә. Әрнеү-һыҙланыуҙар барыбыҙ өсөн дә уртаҡ. Ата-бабаларым ошонда һәләк булған- был әрнеүҙәр һәр саҡ үҙебеҙ менән йөрөй. Бөгөнгө көнгә ҡарап, Төркиәлә лә, бөтә донъяла ла әрмәндәрҙең ғазаптарын белергә тейештәр. Быға дөрөҫ ҡарарға кәрәк, фажиғәне берәү ҙә үҙ файҙаһында ҡулланырға тейеш түгел.

    Ошондай шарттарҙа ике яҡ та ҡаршылыҡтарҙы һәм дошманлыҡты еңергә өмөтләнә. Стамбулдан хәбәрсе Бора Байраҡтар һөйләй:

    -Хәтерләү йолаһы Стамбулдың Кумкапы районы сиркәүендә үтте. Тарихта тәүге тапҡыр унда төрөк министры ҡатнашты. Ошо рәүешле Анкара үҙ позицияһын көсәйтергә һәм әрмәндәр менән мөнәсәбәттәрҙә проблемалар булмауын, әрнеүҙәр ике халыҡ өсөн дә уртаҡ икәнлеген күрһәтергә теләй.

Комментариев нет:

Отправить комментарий