воскресенье, 26 апреля 2015 г.

Варшава ҡаршы булһа ла, ”Төн бүреләре” Берлинға юл тотасаҡ.


Рәсәйҙең Төн бүреләребайкерҙары Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы Европа буйлап мотоуҙышҡа сығасаҡ. Улар шәмбе көн Мәскәүҙән старт алды. Польша властары рөхсәт бирмәһә лә, мотоциклистар Берлинға барып етергә иҫәп тота. Байк-клуб башлығы Александр Залдостанов белдереүенсә, әгәр колонна менән үткәрмәһәләр, улар төрлө нөктәләрҙән берәмләп үтергә ниәтләй.

Бөгөн бынан 20 кеше старт ала, әммә колоннала беҙ күберәк булырбыҙ, тип уйлайым. 20 кеше генә булмаҫ, сөнки ғәҙәттә юлда беҙгә байтаҡ кеше ҡушыла. Польшаның 30 мең мотоциклисы беҙгә теләктәшлеген, яҡлауын белдерҙе.”

Төн бүреләреуҙышты 9 майҙа Берлинда тамамларға уйлай. Маршрут Минск, Брест, Брно, Братислава, Вена, Мюнхен, Прага һәм башҡа ҡалалар аша үтә.

Варшавала был план ҡаршылыҡҡа осраны. Польша властары, документтар менән проблемаларға һылтанып, байкерҙарҙы үткәрергә теләмәй. Илдең премьер-министры Эва Копач мотоуҙышты “провокация” тип атаны.

Польшала Төн бүреләрен Кремль яҡлы позицияла торалар һәм Ҡырым мәсьәләһендә Рәсәй властарын яҡлайҙар, тип ғәйепләйҙәр.

Социаль селтәрҙә поляктарҙың бер өлөшө мотоуҙышты “Европа дәүләттәренә киҫәтеү” тип баһалай. Ҡайһылары хатта “Рәсәй агрессияһының башы” тип ебәрә.

Рәсәй, нигеҙендә сәйәси сәбәптәр ята тип, Польшаның тыйыуына ҡаршы протест белдерҙе. Ризалыҡ бирмәүҙең сәбәбен Мәскәү “нигеҙһеҙ” тип атаны һәм шуны ла иҫкә төшөрҙө: ул йыл һайын Рәсәй территорияһы буйынса үткән “Катынь мотоуҙышы”на һис ниндәй кәртә ҡуймай.


Комментариев нет:

Отправить комментарий