воскресенье, 26 апреля 2015 г.

Вашингтон: бер енесле никахтарға ҡаршы манифестация.


Бер енесле никахтарға ҡаршы булған бер нисә мең кеше Вашингтон буйлап марш менән үтте. Был инде ошондай өсөнсө марш, ул шишәмбе көн Юғары судта ҡараласаҡ мәсьәлә айҡанлы үткәрелде- АҠШ конституцияһы бер енесле никахтарға гарантия бирәме, әллә ул штаттар кимәлендә ҡаралырға тейешме.

Джеймс Берлински, демонстрант: 

“Был хаҡта Тәүратта яҙылған һәм ул Аллаһ һүҙҙәре. Юғары судтың башҡа билдәләмә бирер өсөн власы юҡ. Был турала улар хатта фекер алышырға ла тейеш түгел, сөнки конституцияла ул хаҡта бер нәмә лә юҡ”.

Манифестацияны никахты Милли яҡлау ойошмаһы ойошторған һәм уны консерватив дини төркөмдәр, айырым алғанда, католик сиркәүе яҡлаған.

Джозеф Курц, АҠШ-тың Католик епископтар конференцияһы президенты:

Папа Франциск әйткәнсә, никахлашып йәшәү- гүзәл нәмә, беҙ уны һәм балаларҙы яҡларға тейеш”.

Һуңғы һорашыуҙар буйынса, АҠШ граждандарының 61 проценты бер енесле никахтарҙы яҡлай.

Штефан Гробе, Евроньюс:

 “Традицион никах яҡлылар уңышһыҙлыҡҡа дусар булған эш өсөн алыша кеүек. Американлыларҙың күпселеге, төрлө штаттарҙағы күп һанлы суд ҡарарҙары бер енесле никахтарҙы яҡлай. Юғары суд та тап шундай ҡарар сығарыуы ихтимал”.





Комментариев нет:

Отправить комментарий