понедельник, 27 апреля 2015 г.

Непал: ишелмә арҡаһында, 22 альпинист һәләк булған, йөҙҙәрсәһе юғалған.


Непалда шәмбеләге ер тетрәүҙән һуң төшкән Эверестағы ишелмә 22 альпинистың ғүмерен өҙгән, 62-һе тән йәрәхәттәре алған, 17-һе ишелмәнең төп һөжүменә дусар булған базалағы лагерҙа һәләк булған, йәнә бишәүһе шунда юл тотҡан саҡта йән биргән.

Стихия һөжүме ваҡытында лагерҙа булған Бельгия альпинисы Йелле Вейтаның видеокамераһы ундағы хәлдәрҙе төшөрөп алған.

Йелле Вейта: “Мине ҡар күмеп китте, ҡар һәм боҙ ҡоршауында ҡалдым. Ерҙә ятҡан килеш саҡ-саҡ тын ала инем. Ипләп кенә эргәләге палатканы эҙләй башланым. Уны табып алып, эсенә индем, ишелмә үтеп киткәнсе, шуны тотоп торҙом.”


Ишелмә арҡаһында, Непалдың һәм сит илдәрҙең йөҙҙәрсә альпинисы донъянан айырылып ҡалған. 200-ҙән ашыу кеше хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә. Стихия һалған зыянды асыҡлау өсөн, ҡотҡарыусыларға тау баштарындағы ауылдарға барып етергә кәрәк.

Комментариев нет:

Отправить комментарий