вторник, 28 апреля 2015 г.

”Төн бүреләре” Польша сиген үтә алманы.


Польшаның сик буйы һаҡсылары Бөйөк Ватан һуғышы еңеүенең 70 йыллығы айҡанлы Мәскәү-Берлин автоуҙышын планлаштырған Рәсәйҙең “Төн бүреләре” клубы мотоциклистары төркөмөнә ил территорияһына үтергә рөхсәт бирмәне. Уларға Брестҡа әйләнеп ҡайтырға тура килде. Бынан алда үҙҙәренең “бүреләр” төркөмөнә ҡарауын инҡар иткән мотоциклистар сикте үтә алды.

Был кешеләр Польша сиген үтә алмаясаҡ,-тип белдерҙе Тересполелағы Польша сик буйы һағы хеҙмәте вәкиле.-Уларҙың һәр береһенә Польшаға инергә рөхсәт бирмәүебеҙҙе айырым аңлатасаҡбыҙ. Был иһә ул кешеләрҙең Польшаға инеү һәм унда булыу шарттарын үтәмәүе менән бәйле.”

Хәбәр ителеүенсә, визаһы булған байкерҙар ҙа сик буйын үтә алмаған.

Варшава алдан уҡ “Рәсәй президенты Владимир Путин менән тығыҙ бәйләнештә булған ультранационалистик төркөмгә” ил сиген үтергә рөхсәт бирмәйәсәге хаҡында иҫкәрткәйне.

Әйтергә кәрәк, Польшала бөтәһе лә был хәл менән риза түгел. Сиктең икенсе яғында рәсәйлеләрҙе Польша мотоциклистары көтөп торған; рәсәйлеләрҙең һүҙҙәре буйынса, улар “эстафетаны эләктереп алған”.

Был иҫәр провокация, беҙҙең өсөн дә, Бөтә Польша халҡы өсөн дә. Ҙур хурлыҡ был: ҡайһы бер байкерҙар Берлинға барып етергә теләй, ә поляктарҙың һәм немецтарҙың властары, рөхсәт итмәйенсә, бынан оло проблема тыуҙыра. Улар үҙҙәрен Өсөнсө донъя һуғышы башланғандай тота!”-ти Польша байкеры һәм режиссеры Конрад Невольски.

Төн бүреләре” клубы ағзалары Мәскәүҙән 25 апрелдә сыҡты. 9 майҙа Берлинда тамамланырға тейешле мотоуҙыш маршруты Минск, Брест, Варшава, Вроцлав, Брно, Братислава, Вена, Мюнхен һәм Прага аша үтә.


Комментариев нет:

Отправить комментарий