четверг, 30 апреля 2015 г.

Милли именлек агенствоһы Европала: Меркель күҙәтеү алып барыуҙар һәм сәнәғәт шпионажы хаҡында белгәнме?


Германияла немецтар һәм американлыларҙың махсус хеҙмәттәре менән бәйле яңы ғауға ҡупты. Немецтарҙың киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, АҠШ-тың Милли именлек агенствоһы (АНБ) сәнәғәт шпионажы менән шөғөлләнгән һәм немецтарҙың махсус хеҙмәттәре ярҙамында Европа сәйәсмәндәре артынан күҙәтеү алып барған, ә канцлер Ангела Меркель быларҙың барыһын да белгән.

Немец оппозицияһы хөкүмәткә тәнҡит уты яуҙыра.

Бундестагтың махсус комитеты ярты йыл инде Милли именлек агенствоһының Европалағы эшмәкәрлеген тикшерә.

Европарламентта сығыш яһап, “йәшелдәр” фирҡәһе депутаты былай тип белдерҙе:

Cноудендың Милли именлек агенствоһын фашлаусы материалдары донъя күргәс тә, Германия канцлеры дуҫтар артынан күҙәтеүҙең ярамаған эш булыуы хаҡында белдергәйне, йәғни бөгөн беҙ шуны танырға тейеш: йәки Германия ЕС ил-ағзалары менән дуҫ түгел, йәки канцлер бер нәмә әйтә, ә икенсене күҙ уңында тота. Ул үҙенең һүҙҙәре өсөн яуап бирмәй. Минең уйымса, бөтә дәүләт башлыҡтары ла шулай итә.

Бынан алда ГФР хөкүмәтенең рәсми вәкиле, милли мәнфәғәттәргә зыян һалған, Американың милли именлек агенствоһы менән хеҙмәттәшлектә фаш ителгән разведка хеҙмәтенә был етешһеҙлекте бөтөрөргә ҡушылыуы тураһында белдерҙе.


Комментариев нет:

Отправить комментарий