вторник, 19 мая 2015 г.

Франция: 10 йыл элек булған эш буйынса суд.


Париж янындағы Клиши-Су-Буала трансформатор будкаһында 2005 йылдың 27 октябрендә ике үҫмер һәләк булғайны. Полицейскийҙарҙан ҡурҡып, улар будкаға ҡаса. Юғары көсөргәнешле ток 17 йәшлек Зәйед Бенн һәм 15 йәшлек Бун Траоре өсөн үлемесле була. Полицейскийҙарҙы үҫмерҙәрҙе үлемдән йолоп ҡалмауҙа ғәйепләйҙәр.

Фажиғәнән һуң 10 йыл үткәс, ике полицейский өҫтөнән суд процесы булды.

Беҙ быны 10 йыл көттөк, полицейскийҙар барыһын да һөйләр һәм беҙ дөрөҫөн белербеҙ, тип өмөтләнәм,”-ти Зәйедтең ағаһы.

Ике үҫмерҙең фажиғәле үлеме арҡаһында, Парижда һәм Францияның башҡа ҡалаларында өс аҙнаға һуҙылған ҡаршылыҡ акциялары уҙҙы.
Тәртипһеҙлектәр ваҡытында 300 бина зыян күрҙе, 10 мең машина янды, 130 самаһы кеше яраланды.

Ул саҡта эске эштәр министрлығы башлығы вазифаһын башҡарған Николя Саркози күптәрҙең хәтерендә ҡалған фразаны әйтте:

Беҙ Париж янындағы ҡасабаларҙы “сүп-сар”ҙан таҙартасаҡбыҙ.”

Тап Саркози 8 ноябрҙә регионда ғәҙәттән тыш хәл индереү хаҡында иғлан итте. Уның инициативаһы буйынса Франция властары баш ҡала янындағы ярлы ҡасабаларҙағы тәртипһеҙлектәргә ҡаршы йүнәлтелгән ғәҙәттән тыш закондарҙы өс айға ҡәҙәр оҙайтты. Ҙур тәртипһеҙлектәрҙә ҡатнашҡан граждандарҙы депортациялау ҙа шул саҡта башланды.

Илдән оҙатылған кешеләрҙең теүәл генә иҫәбе билдәле түгел. Ул саҡта хөкүмәт депортацияның фундаменталь азатлыҡты боҙмаған законлы алым булыуы тураһында белдергәйне.


Комментариев нет:

Отправить комментарий