понедельник, 18 мая 2015 г.

Ираҡ һәм Йәмәндәге хәлдәр ҡырҡыулашыу сәбәпле, нефткә хаҡтар артты.


Яҡын Көнсығыштағы хәлдәр ҡырҡыулашыуы һәм “ҡара алтын”ды оҙатыу хәүефе арта барыу сәбәпле, дүшәмбе көн нефткә хаҡтар күтәрелде. Брент сортлыһының барреле 67,80 долларға менде, еңел Америка нефте 60 доллар сиген уҙҙы.

Ислам дәүләте” төркөмө экстремистарының Ираҡтың Рамади ҡалаһын баҫып алыуы, ғәрәп коалицияһы тарафынан Йәмәнде бомбаға тотоу ҡайтанан башланыуы инвесторҙарҙы ҡурҡытты. Был ил эре етештереүселәр иҫәбенә инмәй, әммә Баб әл- Мандиб боғаҙы донъя нефть сауҙаһының мөһим артерияһы булып тора. Региондағы именлек проблемалары бындағы хәлдәрҙе ентекле күҙәтеп барған инвесторҙарҙы хәүефләндерә.


Комментариев нет:

Отправить комментарий