понедельник, 18 мая 2015 г.

Мысырҙың элекке президентына сығарылған хөкөм АҠШ һәм ЕС-ты борсоуға һалды.


Мысыр судының илдең элекке президенты Мөхәммәт Мөрсиға һәм уның яҡлы 106 кешегә сығарған үлем ҡарары Вашингтонда “ҙур борсолоу” тыуҙырҙы. Был турала АҠШ-тың Дәүләт департаменты вәкиле белдерҙе. Хөкөм ителгәндәрҙең барыһы ла- “Мосолман туғандар” хәрәкәте ағзалары, улар өҫтөнән суд йыл ярымға һуҙылды.

Хөкөм ҡарары сығарылған көндө Синай ярымутрауында 6 исламист язаланған. Улар мартта ҡулға алынған һәм һалдаттарға, полицейскийҙарға һөжүм итеүҙә ғәйепләнгән.

Яуаплылыҡ халыҡ-ара йәмәғәтселеккә йөкмәтелергә тейеш,-ти “Мосолман туғандар” вәкиле.-Йә ул инҡилапҡа ҡаршы, Мысырҙың демократик юлдан барыуына ҡаршы булғандар яғына баҫа, йә ул демократия яҡлыларҙы яҡлай. Хөкөм ҡарары тормошҡа ашырылһа, Мысыр өсөн демократик юлдың ябылыуы шул булыр.”

Мысыр суды ҡарарына Германия сит ил эштәре министрлығы башлығы Франк-Вальтер Штайнмайер былай тип белдерҙе:

Германия хөкүмәтенең дә, шулай уҡ минең үҙемдең дә үлем язаһына позициябыҙ үҙгәрмәне. Бер нисә көн элек кенә, Мысырға визитым ваҡытында, Мысыр суды сәйәси күҙлектән сығып эш итмәҫ, закон һәм тәртипкә ярашлы эш итер тигән өмөт белдергәйнем.”


Комментариев нет:

Отправить комментарий