Йома
көн меңдәрсә легаль булмаған мигрант
Индонезия һәм Таиланд ярҙарына килеп
төштө. Уларҙың күбеһе Мьянманан,
мосолман-рохинджалар. Әйтеүҙәренсә,
улар илдең буддист етәкслеге
эҙәрлекләүҙәренән ҡаса.
Миграция
буйынса халыҡ-ара агенство раҫлауынса,
Мьянманан шыплап тултырылған кәмәләрҙә
ауыр шарттарҙа 8 мең самаһы кеше ҡаса
алған.
-Беҙҙең
президент буддист, ул мосолмандарҙы
яратмай, беҙҙе 20, 30, 40 йылға төрмәгә
ултыртасағы хаҡында әйтте,-ти ҡасаҡтарҙың
береһе.
Таиланд-
Индонезия, Малайзиялағы диндәштәренә
ынтылған мосолман ҡасаҡтары өсөн
туҡталып китеү урыны ғына, тик был илдәр
легаль булмаған мигранттарҙы ҡабул
итергә әҙер түгел.
Таиландта
меңдәрсә сит-яттарҙы ҡабул итергә әҙер
булмауҙары хаҡында асыҡтан-асыҡ әйтәләр
һәм ҡасаҡтарҙы ил өсөн көс еткеһеҙ ауыр
йөк тип баралар.
-Беҙ
уларҙы өсөнсө берәй илгә оҙата алабыҙмы?
Кем уларҙы ҡабул итергә әҙер? Берәү
ҙә әҙер түгел. Гуманитар принциптарҙан
сығып эш итһәк, уларға ҡалырға рөхсәт
итергә тейешбеҙ. Ә Таиланд өҫтөнә
һалынған ауыр йөктө күҙ уңында тотһаҡ,
был инде икенсе эш,-ти Таиланд
премьер-министры.
Илгә
законһыҙ рәүештә үтеп ингән өсөн, Таиланд
властары тарафынан бер нисә тиҫтә кеше
адресына ғәйепләү белдерелде, уларҙы
экстрадицияға әҙерләйҙәр.
БМО
Генераль секретарын да Көньяҡ-көнсығыш
Азия ҡасаҡтары проблемаһы борсой. Ул
регион илдәре властарын диңгеҙҙә
ҡотҡарыу бурысын теүәл үтәргә һәм
ҡасаҡтарҙы көсләп кире ҡайтарыуҙы
тыйыусы законға ярашлы эш итергә саҡырҙы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий