воскресенье, 17 мая 2015 г.

Эрдоган: Мөрсигә сығарылған үлем хөкөмө- “элекке режим ваҡыттарына кире ҡайтыу ул.”


Шәмбе көн Ҡаһирә судының Мысыр дәүләтенең элекке башлығы Мөхәммәт Мөрсигә үлем хөкөмө сығарыуын Төркиә президенты “элекке режим ваҡыттарына кире ҡайтыу” тип атаны.

Төркиә президенты Көнбайыш илдәрен 2013 йылда генерал Әбдел Фәттах әс-Сисиҙың хәрби түңкәрелеш яһауына һәм Мөрсиҙе, “Мосолман туғандар”ҙы властан алып ташлауына ҡаршы сыҡмауы өсөн ғәйепләне.

Һайлауҙа ҡатнашҡан халыҡтың 52 проценты тауыш биргән Мысыр президенты, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үлем язаһына хөкөм ителде,-тип белдерҙе Рәжәп Тайип Эрдоган Стамбулдағы ҙур митингыла.-Мысыр элекке режим ваҡыттарына кире ҡайта. Әс-Сисиҙың түңкәрелеш яһауына Көнбайыш күҙ йомоп ҡарай. Улар үҙ илдәрендә үлем язаһын юҡ иткән, ә Мысырҙағы язаға тамашасы кеүек ҡарай.”

Мысыр суды шәмбе көн Мөрсигә һәм сит ил разведкалары файҙаһына шпионлыҡта ғәйепләнгәндәргә, 2011 йылғы инҡилап ваҡытында төрмәнән ҡасыусыларға үлем язаһы сығарған. Хәҙер иһә баш мөфти уны йә раҫларға, йә кире ҡағырға тейеш. Һуңғы ҡарар 2 июндә сығарыласаҡ.

Төркиә-Мысыр мөнәсәбәттәре Мөрсиҙе бәреп төшөргәс һәм унан һуң булған ҡанлы бәрелештәрҙән һуң хөртәйҙе. 2013 йылдың авгусында Төркиә һәм Мысыр консультациялар өсөн үҙ илселәрен саҡыртып алғайны, бынан һуң Ҡаһирә төрөк илсеһен нон-грата персонаһы тип иғлан итте, Анкара ла яуапһыҙ ҡалманы.





Комментариев нет:

Отправить комментарий