вторник, 26 мая 2015 г.

Малайзия һәм Таиланд сигендә легаль булмаған мигранттарҙың 139 ҡәберлеге табылған.


Малайзия криминалистары Малайзия һәм Таиланд сигендә легаль булмаған мигранттарҙың 139 ҡәберлеген табып тикшерә башлаған. Ҡәберҙәр 28 лагерь территорияһында табылған. Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, унда контрабандистар Мьянма һәм Бангладеш ҡасаҡтарын тотҡан. Эксперттар фекеренсә, ҡайһы бер ҡәберҙә бер нисә кеше ерләнгән булыуы ихтимал.

Таиландтың Миграция буйынса халыҡ-ара ойошма миссияһы башлығы Джефри Лабовиц кешеләрҙе законһыҙ күсереү ҡорбандарының аныҡ ҡына иҫәбе билдәле булмауын хәбәр итә:

Беҙ Таиландта аслыҡтан хәлһеҙләнгән 60 мигрантҡа ярҙам иттек. Шулай уҡ Малайзияның йөҙләп кешеһенә ярҙам ҡулы һуҙҙыҡ. Ә ҡалғандары ҡайҙа? Ярға сыҡҡан йөҙҙәрсә кеше үҙ аллы атлай алмауҙары ла мөмкин. Беҙ эҙләгән ул кешеләрҙең күпселеге Таиланд һәм Малайзия араһындағы урманда ерләнгән булһа кәрәк.”

Көньяҡ-көнсығыш Азиялағы масштаблы гуманитар көрсөк хаҡында 1 майҙа, легаль булмаған мигранттарҙың ҙур ҡәберлеге табылғас билдәле була, уларҙы Мьянма һәм Бангладештан короллек территорияһы аша Малайзия һәм Индонезияға күсергәндәр. Ҡоро ерҙе ташлап китергә мәжбүр булған меңдәрсә мигрант асыҡ диңгеҙҙә кәмәләрҙә тороп ҡалған. 20 майҙа Куала-Лумпурҙа сит ил эштәре министрҙары осрашып һөйләшкәс кенә, Индонезия һәм Малайзия властары асыҡ диңгеҙҙә бәләгә осраған 7 мең легаль булмаған мигрантҡа ваҡытлыса һыйыныу урыны бирергә ризалашҡан.


Комментариев нет:

Отправить комментарий