понедельник, 25 мая 2015 г.

Малайзия властары илдә ҡасаҡтарҙың күмәк ҡәберлектәре барлығын таныны.


Малайзия властары илдә легаль булмаған мигранттарҙың күмәк ҡәберлектәре барлығын таныны. Илдең эске эштәр министры Таиландҡа яҡын сик буйында йөҙҙән ашыу ҡәбер табылғанын хәбәр итте, уларҙың һәр береһендә бер нисә мәйет булыуы ихтимал. Бынан тыш ҡолдар менән сауҙа итеүселәрҙең 30-ҙан ашыу лагеры табылған, унда сығыштары менән Бангладеш һәм Мьянманан булған кешеләр көсләп тотолған.

Мьянмала йәшәгән рохинджа мосолмандары, эҙәрлекләүҙәрҙән ҡасып, Малайзияла һыйыныу урыны табырға тырыша һәм йыш ҡына енәйәтселәр ҡулына эләгә.

Бынан алда Малайзия властары бер нисә тапҡыр бындай лагерҙар барлығын инҡар иткәйне. Әлеге белдереү Көньяҡ-көнсығыш Азия илдәрендә кешеләр менән сауҙа итеү барлығын һәм урың фажиғәле төҫ алыуын күрһәтә.

Мин Мьянмала тыуҙым, тик мине унда ҡалдырырға теләмәйҙәр,-ти бер йәш кеше.-Мин Таиланд йәки Малайзияға китергә маташып ҡараным, әммә унда ла мине көтөп тормайҙар.”

Үткән аҙнала Мьянма властары илдең ҡайһы бер региондарында ҡатын-ҡыҙҙарға 3 йылға бер тапҡыр ғына бала табырға рөхсәт итеүсе закон ҡабул итте. Рохинджалар хаҡында һүҙ булмаһа ла, закон буддистар тарафынан ҡаты эҙәрлекләүгә дусар булған мосолмандарға төбәлгәнлеген барыһы ла яҡшы аңлай.







Комментариев нет:

Отправить комментарий