понедельник, 25 мая 2015 г.

”Үҙгәрештәр көтәбеҙ, үҙгәрештәр!”-испандар йәкшәмбе һайлауҙары һөҙөмтәләре хаҡында.


 “Сәйәси ер тетрәү”-йәкшәмбеләге муниципаль һәм региональ һайлау һөҙөмтәләрен ябай испандар, урындағы һәм сит ил политологтары шулай баһалай.

Мадрид Барселона менән бергә һул оппозиция ҡулына күсеүе ихтимал. Гректар артынса Испания граждандары ла ҡаты экономия сәйәсәтенә һәм уңдарҙың коррупция ғауғаларына ҡәтғи рәүештә “Юҡ!” тип яуап бирҙе.

Илебеҙ граждандары үҙҙәренең һүҙен әйтте, улар артабан да үҙ фекерен белдерәсәк. Мин бындай һайлау менән ғорурланам: Мадрид һәм Барселона яңы быуатты башлап ебәрәсәк,”-ти Испания баш ҡалаһында йәшәүсе ҡатын.

Халыҡ шуны аңғартты: “Халыҡ фирҡәһе” күселекте алыуы ихтимал, әммә Испания сәйәсәтендә яңы көс пәйҙә булды. Хәҙер инде был хәлгә яраҡлашырға кәрәк: диалогҡа инергә, проблемаларҙы хәл итеүҙең яңы юлдарын эҙләргә кәрәк,”-тип өҫтәй Мадридта йәшәүсе ир.

Йәкшәмбеләге һайлау һөҙөмтәләре буйынса, “Халыҡ фирҡәһе” 13 региондың 6-һын юғалтҡан. Күпселек тауыштарҙы уңдар йыйһа ла -27 %, күҙәтеүселәр билдәләүенсә, улар ике миллион ярым һайлаусыһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан.


Комментариев нет:

Отправить комментарий