суббота, 23 мая 2015 г.

Францияла супермаркеттарҙа һатылып бөтмәгән аҙыҡ-түлекте юҡ итеүҙе тыйыусы закон ҡабул ителгән.


Франция парламенты супермаркеттарға срогы үткән аҙыҡ-түлекте ташлауҙы һәм юҡ итеүҙе тыйыусы законды раҫланы. Бынан һуң магазиндар тороп ҡалған аҙыҡ-түлекте элекке һымаҡ хлорка йәки башҡа химикаттар ярҙамында ашауға яраҡһыҙ итә алмай.

Хаталы закон,-ти супермаркеттар федерацияһы рәйесе Жак Крессель,-сөнки ташланған аҙыҡ-түлектең 5 проценты ғына супермаркеттарға тура килә. Аҙыҡ-түлекте күбеһенсә шәхси хужалыҡтар, төрлө йәмәғәт туҡланыу учреждениелары, ресторандар һәм ашханалар ташлай.”

Бынан һуң супермаркет хужалары ташландыҡ аҙыҡ-түлек күләмен кәметергә, ә һатылмағандарын хәйриә ойошмаларына оҙатырға тейеш була.

Monoprix һәм Carrefour магазиндар селтәре,-ти продукттар банкы етәксеһе Николя Дюбуа,- беҙгә һыуытҡыслы йөк машиналары бирә, ә дәүләт эшсе көс менән тәьмин итә, сөнки ул социаль хеҙмәткәрҙәр вакансияларын булдыра башланы.”

Яңы законға ярашлы, ҙур аҙыҡ-түлек магазиндары, ашанты иғәнәһен оҙатыуҙы еңеләйтеү өсөн, хәйриә ойошмалары менән контракт төҙөргә тейеш.

Статистика буйынса, француздар йән башына йылына 20-30 килограмм аҙыҡ-түлекте сүплеккә ташлай. уның дөйөм хаҡы 12 миллиард евро тәшкил итә. 





Комментариев нет:

Отправить комментарий