7
генералды кеше хоҡуҡтарын боҙоуҙа
ғәйепләгән Ангола журналисы Рафаэль
Маркеш де Мураиш иреккә сыҡты. Уның
“Ҡанлы алмастар: Анголалағы коррупция
һәм язалауҙар” китабы буйынса эш судта
ҡаралды. Унда алмаз табылған территорияла
булған урындағы халыҡтың үлтерештәр,
язалауҙар, ҡурҡытыуҙар һәм ерҙәрҙе
тартып алыуҙар хаҡындағы хәбәрҙәре
ентекләп яҙылған.
Китапта
100 үлтерешкә Ангола ҡораллы көстәренең
бер нисә генералының мөнәсәбәте
булғанлығы тураһында әйтелә.
Генералдар,
яла яғыуҙа ғәйепләп һәм 9 йылға төрмәгә
ултыртыуҙы талап итеп, журналисты судҡа
биргән, әммә бер нисә йылға һуҙылған
суд тикшереүенән һуң, ике яҡ та килешеүгә
килгән. Рафаэль Маркеш, генералдар үҙ
ҡулы аҫтындағыларҙың йыртҡыслыҡтары
хаҡында белмәүҙәре лә мөмкин, тип
таныған, китапты, интернетта донъя күрһә
лә, ҡайтанан баҫтырмаҫҡа ризалашҡан.
Рафаэль
Маркеш алмас приискаларында кеше
хоҡуҡтарын артабан да яҡлаясағын
белдергән.
Комментариев нет:
Отправить комментарий